0%

Тумыртҡа(шиғыр). Сәләх Кулибай

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Тумыртҡа (шиғыр )
автор Сәләх Кулибай
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Тумыртҡа


Ҡыуарған ағас ҡабығын
Суҡып, тишкеләп бөтә,
Аҙаҡ, суҡыуҙан ҡаңғырып:
— Суҡымам, — тип ант итә.
Иртә менән тороп, тағы
Туҡтауһыҙ туҡ-туҡ итә.
Серек, иҫке ҡабыҡтарҙы
Өңөп, тишкеләп бөтә.
Ҡапыл ултырған еренән
Оса ла тағы ҡуна.
Кипкән ағастар эсенән
Ҡорттар суҡып туйына.
 


1988 йыл